Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Августа 2022, 08:45

Илшат Яхиндың яҡты иҫтәлегенә...

«Аҡ тирмә» башҡорт фольклор ансамбле билдәле композитор Илшат Яхин иҫтәлегенә клип төшөргән.

Илшат Яхиндың яҡты иҫтәлегенә...Илшат Яхиндың яҡты иҫтәлегенә...
Илшат Яхиндың яҡты иҫтәлегенә...

Мәскәүҙең «Аҡ тирмә» башҡорт фольклор ансамбле «Башҡорт иле» клибын халыҡ хөкөмөнә сығарҙы. Уның көйөн сәсәниә Асия Ғәйнуллина ҡобайырына быйыл йәшләй мәрхүм булған билдәле композитор Илшат Яхин яҙған. Клип тап уның иҫтәлегенә арнала.

«Был йыр беҙҙең өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Ул Башҡортостандағы ижади эште тамамлар алдынан беҙҙең ҡулға осраҡлы ғына килеп эләкте. Илшат Яхин вафатынан бер нисә көн алда ғына йырҙың аранжировкаһын, республикабыҙҙы данлауҙа уңыштар теләп, беҙҙең коллективҡа бүләк итте. Беҙ Бөрйән районына, «Башҡорт иле» турбазаһына саҡырылдыҡ. Был клип коллективтың шәхси аҡсаһына төшөрөлдө. Башҡортостанға бәйле һуңғы ижад эшебеҙ. Артабан беҙ башҡа стилдә, заманса эшләй башларға ниәтләйбеҙ», — тип һөйләгән коллектив етәксеһе Гөлсинә Батыршина «Башинформ» агентлығына.

Клип Өфөнөң, Бөрйән һәм Әбйәлил райондарының иҫтәлекле урындарында төшөрөлгән.

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас