Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Август 2022, 10:20

Глэмпингтар һаны артҡандан-арта

Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы төбәктәге глэмпингтар менән таныштыра.

Глэмпингтар һаны артҡандан-артаГлэмпингтар һаны артҡандан-арта
Глэмпингтар һаны артҡандан-арта

Исемлеккә 38 туристик объект ингән. Уларҙың күптәре «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам итеү», «Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы» милли проекттары ярҙамында асылған. 

– Башҡортостанда экотуризм яҡшы үҫешә. Беҙҙә глэмпинг ҡуйыу өсөн матур һәм уникаль урындар бик күп, шуға күрә был бизнеста уңышҡа тиҙ өлгәшергә мөмкин. Тәүге объект 2020 йылда асылғайны. Модулле ҡунаҡханалар туристик ағымды арттыра, яңы эш урындары булдыра һәм һалым күрһәткестәрен яҡшырта, – тип белдерә эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов.

Глэмпингтар менән Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы сайтында танышырға мөмкин. Документ даими яңыртыласаҡ. Әйткәндәй, яҡын көндәрҙә тағы бер нисә объект асыласаҡ.

Глэмпинг асыуға бәйле һорауҙарығыҙ булһа, «Минең бизнес» үҙәгенә шылтыратырға мөмкин: +7 (347) 224-99-99), шулай уҡ бизнес-шәриф. Уларҙың телефон номерҙары: һылтанма.

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас