Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
30 Июль 2022, 23:50

Нәжип Юлдашбаев — Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре

Мәртәбәле награда йырсыға «Ҡош юлы» фестивалендә тапшырылды.

Нәжип Юлдашбаев — Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре
Нәжип Юлдашбаев — Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре

Нәжип Юлдашбаев — «Ҡош юлы» хәрәкәтенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе, шулай «Ҡышҡы йәйғор» башҡорт рок төркөмө лидеры булараҡ билдәле. Быйылғы фестиваль дә тап Нәжип ағайҙың ярҙамы менән үтә. 

Уға мәртәбәле исемде Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Урал Килсенбаев тапшырҙы.

«Был егеттәр минең йырҙарымда үҫкән. Шуға күрә улар ҡулынан бындай награда алыу минең өсөн үтә ҡыуаныслы тип белдерҙе», - Нәжип Рәмил улы. 

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: