

Кисә хәбәр итеүебеҙсә, Өфөнөң Аврора урамында ауыр фажиғә булды. «Ниссан Жук» автомобиленә идара иткән 28 йәшлек ҡатын 39 йәшлек әсәне һәм уның 4 йәшлек сабыйын бәрҙерҙе.
Бөгөн социаль селтәргә авария төшөрөлгән видеояҙма таралды. Машина күрәләтә йәйәүлеләрҙең өҫтөнә менеп китә. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, водитель тормоз педален газдыҡына бутаған. Ә ҡатын руль артында сабыйын ашатыуы, иғтибарын ситкә йүнәлтеүе тураһында әйткән. Тикшереү тамаланғансы ғәйепләнеүсегә йәшәгән еренән ситкә китеү тыйылған.