

Был юлы тиҙҙән Донбасста асыласаҡ балалар ялы үҙәге өсөн ҡоролмалар ебәрелгән. Автоколоннаны «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Руслан Насретдинов, уның урынбаҫарҙары Евгений һәм Александр Мельниковтар оҙатып барған.
«Бөгөн колонна «Донецк» үткәреү пунктында таможня процедуралары уңышлы үтте. Әлеге ваҡытта йөктө бушатабыҙ һәм балалар ялы үҙәген ҡора башлаясаҡбыҙ. Беҙ ноутбук, принтер, проектор, мәктәп кәрәк-яраҡтары, ижад итеү өсөн тупланмалар, баскетбол һәм волейбол туптары, өҫтәл уйындары һәм, әлбиттә, тәмлекәстәр, башҡорт балы алып килдек», — ти Руслан Насретдинов.