Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Июль 2022, 14:16

Был мәхшәр ҡасан туҡтар?!

Бөгөн Өфөлә еңел машина тәгәрмәстәре аҫтында 6 йәшлек балаһы менән әсә һәләк булған.

Был мәхшәр ҡасан туҡтар?!
Был мәхшәр ҡасан туҡтар?!

Юл фажиғәһе Софья Перовская һәм Аврора урамдары киҫелешендә булған. «Nissan Juke» водителе ҡатынды һәм уның 6 йәшлек улын төкөгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йәйәүлеләр алынған йәрәхәттәрҙән медиктар килгәнсе мәрхүм булған.

Әлеге ваҡытта урында полиция һәм башҡа хеҙмәттәр эшләй. Тикшереү үткәрелә.

Юлдарҙа һуғышмы ни... (ye102.ru)

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: