

Бөгөн барлыҡ республика Благовар районы халҡы менән бергә ҡайғыра. Кисә Языков - Өфө йүнәлеше буйынса йөрөгән маршрут автобусы «КамАЗ»ға бәрелеп, алты кешенең ғүмере өҙөлдө. Тағы ла 13 пассажир зыян күрҙе. «Барыбыҙ өсөн дә ауыр фажиғә», «Яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ», — тип яҙа Благовар районында йәшәүселәр.
Благовар халҡы өсөн был автобус — Өфөгә барыу өсөн берҙән-бер транспорт сараһы. Яҡындағы электричка баш ҡалаға көнөнә ике тапҡыр ғына йөрөй, станция Языковтан 14 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан.
Һәләк булыусылар хаҡында мәғлүмәттәр асыҡланған. Һуңғы сәфәргә сығыусыларҙың барыһы ла Благовар районынан. Автобуста яңы ғына хәрби хеҙмәттән ҡайтҡан 20 йәшлек кенә егеттең ғүмере өҙөлгән. Тағы ла бер һәләк булыусы - 2002 йылғы ҡыҙ, ул туғандарынан ҡунаҡтан ҡайтып барған булған.
Был сәфәр Языковҡа Үзбакстандан күсеп килгән ир өсөн дә фажиғәле тамамланған — ул Өфөгә эшкә китеп барған булған. Уның ике сабыйы етем ҡалған.
55 йәшлек ҡатын ҡыҙын вузға уҡырға индереү өсөн баш ҡалаға юлланған булған. Тағы ла ике һәләк булыусы — 1963 һәм 1965 йылғы ҡатындар.
Благовар районы хакимиәте һәләк булыусыларҙың ғаиләһенә төрлөп яҡлап ярҙам күрһәтә. Ғаиләләр менән Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының психологтары эшләй.
Әлеге ваҡытта Башҡортостан прокуратураһы пассажир транспорты менән хеҙмәтләндереүҙе ойошторған компанияны тикшерә.