

Сибайҙа Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәтенең республика ойошмаһы тарафынан Брайль алфавитын өйрәнеү курстары үткәрелгән. Проект Президент гранттары фондынан бүленгән 500 мең һумлыҡ аҡсалата ярҙам менән төҙөлгән.
15 кеше өс ай дауамында Брайль системаһын өйрәнгән: хәрефтәрҙе, һандарҙы һәм Брайль шрифтарын үҙләштергән. Курс үтеүселәр яҙыу приборҙары, грифель, дәфтәр һәм башҡа кәрәк-яраҡтар менән тәьмин ителгән. Үткән аҙнала ойоштороусылар «һөйләүсе китап» махсус ҡорамалы, тифлофлешплеерҙар, видео, компьютер техникаһы алған. Ғәриптәр улар менән китапханаға килеп файҙалана ала.
— Беҙ күреү һәләте буйынса инвалидтарҙың тормошон яҡшыртырға теләйбеҙ, — ти Сибайҙағы инвалидтар ойошмаһы рәйесе Минзә Латипова. — Проект һуҡырҙарға мәғлүмәт алырға ярҙам итә, улар китапханаларға йөрөй, китаптар уҡый, донъяны өйрәнә.
«Был проект миңә изгелеккә һәм хәстәрлекле мөнәсәбәткә сорналған донъяны асты. Ниһайәт, ҡалала ғәриптәрҙе секунд һайын борсоған проблемалар хаҡында һөйләй башланылар. Проект ярҙамында китапханала беҙҙе уҡырға өйрәттеләр, хатта хәҙер эшкә лә урынлашыу мөмкинлеге килеп тыуҙы. Күреү һәләтен юғалтыуҙан бер кем дә һаҡланмаған. Был бик ҡурҡыныс. Тик ихлас, оло йөрәкле кешеләр генә быны аңлай. Хәҙер ҙур теләк менән китапханаға йөрөйәсәкмен», — ти 56 йәшлек Венера Әхмәрова.
Проект сентябрҙә Урал аръяғы китапханалары хеҙмәткәрҙәренең семинары менән тамамланасаҡ.