Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Июль 2022, 16:10

Мейе ҡағыу — халҡыбыҙҙың боронғо дауалау ысулы

Мейеһе төшкән, ауған, тиҙәр. Бындай осраҡта күңел болғана, баш әйләнә. Бағымсылар мейеңде үлсәп, ҡағып ебәрһә, шунда уҡ күҙҙәр асылып киткәндәй була. «Ер ҡото» фолькор фестивалендә Баймаҡ районының Һәмән ауылынан 81 йәшлек Фәриҙә Асҡарова кешеләрҙе имләне.

Мейе ҡағыу — халҡыбыҙҙың боронғо дауалау ысулы
Мейе ҡағыу — халҡыбыҙҙың боронғо дауалау ысулы

«Ҡолаҡ шаулай ҙа тора, инәй, ҡарап ебәрә алмаҫһыңмы?» Ошондай һүҙҙәр менән бәһлеүәндәй ир-егеттәр 81 йәшлек им-томсо Фәриҙә Асҡароваға мөрәжәғәт итте. Уның янынан кеше өҙөлмәне. Фәриҙә Ғәлимйән ҡыҙы тирмәһенә ингән һәр кешенең мейеһен үлсәп-ҡағып, доғаларын уҡып, төплө кәңәштәрен биреп сығарҙы.

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: