Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Июль 2022, 06:13

Өфөнән Белоретҡа тиҙ йөрөшлө поезд йөрөй башлаясаҡ

Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хәбәр итте.

Өфөнән Белоретҡа тиҙ йөрөшлө поезд йөрөй башлаясаҡӨфөнән Белоретҡа тиҙ йөрөшлө поезд йөрөй башлаясаҡ
Өфөнән Белоретҡа тиҙ йөрөшлө поезд йөрөй башлаясаҡ

Ярты йылда 1,8 миллион пассажир – ҡала яны поездары өсөн яңы рекорд. Был уҙған ике йылға ҡарағанда 17 процентҡа күберәк.

Тимәк, «Рәсәй тимер юлдары» менән берлектәге тырышлығыбыҙ һәйбәт һөҙөмтә бирә – республика халҡы ла электричкаларға өҫтөнлөк бирә. Тиҙ, уңайлы һәм хәүефһеҙ транспорт.

Өфө – Приют – Абдулла, Өфө – Ырымбур маршруттары буйынса йөрөгән «Ласточка» һәм «Орлан» инновациялы поездары – айырым тарих. Көн һайын улар 2,5 меңдән ашыу кеше ташый – республикабыҙ электричкалары пассажирҙарының дүрттән бер өлөшө.

Яҡын киләсәктә Өфөнән Раевкаға яңы «Ласточка» поезын йөрөтә башларға вәғәҙәләйбеҙ. Шулай уҡ йыл аҙағына тиклем Белоретҡа тиҙ йөрөшлө поезд йөрөй башлаясаҡ.

Әлбиттә, ҡала яны поездарын транспорт системаһына берләштереү өҫтөндә эште дауам итәбеҙ. Халыҡҡа уңайлы булһын өсөн станцияларҙа күсеп ултырыу урындары төҙөргә кәрәк. Артабан барабыҙ. 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас