Ғөмүмән, өй йыйыштырғанда ниндәй төп ҡағиҙәләрҙе хәтерҙә тоторға кәрәк? Йорттағы бөхтәлеккә ҡағылышлы дини күрһәтмәләр бармы?
Мөхәммәт пәйғәмбәр саллаллаһу-ғәләйһиссәләм өйҙәрегеҙҙе ҡәберлеккә әүерелдермәгеҙ, тип әйтә. Өйҙә намаҙ уҡылырға, изге һүҙҙәр һөйләнергә тейеш. Өйөбөҙҙә Ҡөрьән, доға тауыштары булып, беҙҙе һаҡлай һәм яҡлай торған, бәрәкәт урыны булһын ине, ти ул.
Өй йыйыштырыуҙы бисмиллә тип башлап, доғалар уҡып эшләргә тейешбеҙ. Өйҙө йыйыштырыуҙы иң төпкө бүлмәләрҙән башларға кәрәк.
Иҙән йыуғанда, Аллам һаҡлаһын инде, сихырға оҡшаған шикле шикле әйбер табылһа, уны ҡулығыҙ менән алмағыҙ. "Аятел Көрси", "Фәләҡ", "Нәс" укып, өйҙән сығарып ташлау хәйерле булыр. Өйҙө саңдан таҙартып, шул уҡ ваҡытта башҡа бысраҡ, кәрәкмәгән әйберҙәрҙән дә арынырға кәрәк.
Фото:Т. АМАНОВ.