Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Июль 2022, 04:41

Ете ҡыҙ

Әхмәр Үтәбайҙың "Мең дә бер күҙәтеүем"яҙмаларынан. 654-се күҙәтеү. #Йәшлек #ЮлайКәримовфотоһы.

Ете ҡыҙЕте ҡыҙ
Ете ҡыҙ

Ике сәбәптән иланым

"Ете ҡыҙ" бейеүен тағы ла күҙгә йәш алып ҡараным. Был хаҡта яҙғаным да булды: ҡаҙаҡ ғалимы һәм яҙыусыһы Әбделйәмил Нурпеесов Мостай Кәримдең юбилейына килгәндә Опера һәм балет театры сәхнәһендә ошо бейеүҙе ҡарағанда: "Башҡорт бейеүе дәртле, ә ниңә быныһы шулай һәлмәк?" — тигән һорау биргәйне. Уға йырҙың ҡаҙаҡтарға бәйле тарихын ҡыҫҡаса һөйләп, ҡыҙҙарҙың табандарын ярып ҡыл һалыныуы сәбәпле бейеүҙә һыҙланыу бар, тинем. Шул саҡ ҡаҙаҡ ғалимы: "Бөйөк һыҙланыу, бөйөк сәнғәт, бөйөк халыҡ!" — тип һоҡланыуын белдергәйне. Шуға күрәлер ҙә, был бейеүҙе ҡарағанда күҙгә йәш үҙенән-үҙе тулыша.Был юлы иһә икенсе сәбәптән дә иланым. Был "Ете ҡыҙ"ҙың береһе булып ҡыҙым Тамсы ла бейей. Сабый күреп иркәләп тә өлгөрмәнем, үҫте лә етте ҡыҙым!

"Мең дә бер күҙәтеүем"яҙмаларынан 654-се күҙәтеү.

Әхмәр Үтәбай.

Юлай Кәримов фотоһы.

Автор:Юлай Кәримов
Читайте нас