+24 °С
Дождь
Беҙ - "Вконтакте"
Беҙ - "Одноклассники"
Беҙ - "Телеграм"да
Беҙ - "МАХ"-та
Гәзиттә ҡотлау, иғлан бирергә (расценки 2026)
Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Июля 2022, 10:15
Һәр ваҡыт аҡсағыҙ булһын, тиһәгеҙ
Мотлаҡ был ҡағиҙәләрҙе хәтерегеҙҙә тотоғоҙ.
Һәр ваҡыт аҡсағыҙ булһын, тиһәгеҙ
Аш-һыу бүлмәһендәге өҫтәлдең кленка аҫтына аҡса һалырға онотмағыҙ, өйөгөҙҙән аҡса өҙөлмәҫ.
Аҡсаны бурысҡа ҡояш байығансы бирегеҙ. Быны дүшәмбе һәм йәкшәмбенән тыш, теләгән көндә эшләргә мөмкин. Был аҡсаға ғына түгел, һеҙҙән бурысҡа биреүҙе һораған башҡа әйберҙәргә лә ҡағыла.
Аҡсаны һул ҡул менән алырға, ә уң ҡул менән бирергә кәрәк. Юҡҡа ғына, аҡса алыр алдынан һул ҡулыбыҙ ҡысымайҙыр.
Йортоғоҙҙа торба йәки крандан һыу ағып тормаһын. Шул рәүешле аҡса һыу менән бергә китә, тип һанала. Шуға тиҙерәк боҙоҡлоҡто төҙәтә һалығыҙ.
Күпме тотонһағыҙ ҙа, янсығығыҙҙа (кошелек) бер ҡағыҙ аҡса булһа ла тороп ҡалһын. Буш янсыҡ ғаиләлә аҡсаның бөтөнләй булмауын символлаштыра.
Кассала иҫәпләшкәндә, һис шикһеҙ, ваҡ тинлектәрҙе лә алығыҙ. Һатыусыға ваҡ аҡсаға мохтаж булмауығыҙҙы күрһәтеп, аҡсаны рәнйетеп ҡуйыуығыҙ бар.
Ҡараңғы ваҡытта сүп-сар ташламағыҙ. Сөнки уның менән бергә финанс именлеген ташларға ла мөмкин.
Буш шешәне өҫтәлдә ҡалдырырға ярамай, шулай итеп аҡсаһыҙ ҡалыуығыҙ ихтимал бит. Ғөмүмән, өҫтәлдәге һәр буш һауыт-һаба – ярлылыҡ билдәһе, шуға күрә ашағандан һуң шунда уҡ алып ҡуйырға тырышығыҙ.
Аҡсаны ҡулдан ҡулға тапшырырға ярамай. Уларҙы кеше үҙе ала алһын өсөн өҫтәлгә һалыу дөрөҫөрәк булыр.
Фото: Т. АМАНОВ.
Автор:
Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"