

«Район көслө, ҙур. Потенциал ҙур, бөтә етәкселәр менән мөнәсәбәттәр булдырыуҙы, лайыҡлы эшләүегеҙҙе, беҙҙе ҡыйын хәлдә ҡалдырмауығыҙҙы һорайым, – тип мөрәжәғәт итте Радий Фәрит улы оператив кәңәшмәлә.
Стәрлетамаҡта тыуып үҫкән Евгений Волков 15 июлдә Стәрлетамаҡ районы хакимиәте башлығы итеп тәғәйенләнгәйне. Бынан алда ул башлыҡтың социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары, уға тиклем «Красноусол» шифаханаһы директоры булып эшләгән, был вазифаны ул 2020 йылдың мартында биләгән. 2018 йылдан Евгений Волков республика башлығының эштәр идарасыһы ярҙамсыһы булып хеҙмәт итә. Хеҙмәт юлын 2011 йылда Стәрлетамаҡ нефть химияһы заводында башлай.
Фото: Т. АМАНОВ.