Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Июль 2022, 12:03

Йәшен ҡорбанһыҙ үтмәне...

Әле генә Өфөнөң төрлө тарафында йәшен уты ялтлай ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы...

Йәшен ҡорбанһыҙ үтмәне...Йәшен ҡорбанһыҙ үтмәне...
Йәшен ҡорбанһыҙ үтмәне...

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөнгө йәшендә бер ҡатындың ғүмере өҙөлгән. Был хаҡта Өфөнөң граждандарҙы яҡлау идаралығында хәбәр иттеләр.

Фажиғә көндөҙгө сәғәт дүрттә Сипайлово биҫтәһендә Ҡариҙел йылғаһы буйында булған. 33 йәшлек ҡатынды йәшен һуҡҡас, шаһиттар уны тиҙ арала йылға аша сығарып, «Ашығыс ярҙам» табиптары ҡулына тапшырған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, аҡ халатлылар уның ғүмерен ҡотҡарып өлгөрмәгән. 

Ҡотҡарыусылар йәшен ваҡытында һаҡ булырға, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә саҡыра.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас