Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Июль 2022, 13:07

Егерме биш мең йортҡа газ бушлай үткәреләсәк!

Башҡортостан йорттарға газ үткәреү буйынса алдынғылар иҫәбендә. 

Егерме биш мең кешегә газ бушлай үткәреләсәк!Егерме биш мең кешегә газ бушлай үткәреләсәк!
Егерме биш мең кешегә газ бушлай үткәреләсәк!

Бөгөн Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә тораҡ пункттарға газ үткәреп бөтөүҙе тамамлау программаһы хаҡында һөйләнеләр. 

«Программа буйынса ҡабул ителгән ғаризалар һаны буйынса Волга буйы федераль округында 14 төбәк араһында беҙ бишенсе урында. Дөйөм Рәсәй буйынса беҙ 23 мәрәй менән унынсы баҫҡыста. Йәмғеһе 25425 ғариза ҡабул ителгән, уларҙың 23 меңе буйынса килешеү төҙөлгән. Әлеге ваҡытта 7,7 мең ер участкаһына газ үткәрелгән, был килешеүҙәрҙең — 34 проценты. 5628 йорт газға тоташтырылған, был күрһәткес шулай уҡ ил буйынса уртаса күрһәткестән юғары», — тине «Газпром межрегионгаз Уфа» компанияһы генераль директоры Альберт Лоҡманов.

Ғаризалар иң күбе Өфөлә, Иглин, Ҡырмыҫҡалы, Белорет, Әбйәлил һәм Баймаҡ райондарында ҡабул ителгән.

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас