

«Рәсәй Фәндәр академияһы республиканың үҫешеүенә бик шат һәм ярҙам итергә әҙер. Беҙ Башҡортостанды финанс, сәнәғәт яғынан ғына түгел, интеллектуаль яҡтан да алдынғы урындарҙы биләй. Бында бик күпкә өйрәнергә мөмкин, тәжрибәне башҡа өлкәләрҙә лә файҙаланырға мөмкин», - тине музейҙы асыу тантанаһында Рәсәй Фәндәр академияһы президенты Александр Сергеев.
Ошондай уҡ фекерҙә Рәсәй Федераль Йыйылышының Федерация Советы спикеры Константин Косачев та.
– Был матур урында, «Шүлгәнташ» комплексында, Башҡортостандың тарихын, мәҙәниәтен, тәбиғәтен күрергә мөмкин, айырыуса уларға ҡарата һеҙҙең мөнәсәбәттегеҙҙе. Башҡортостан – ил лидерҙарының береһе. Республика етәкселегенә ҡарата ихтирамыбыҙ сикһеҙ. Иң мөһиме: барыһын да матур итеп ойошторған бындағы халыҡҡа рәхмәтлебеҙ, – тине Константин Косачев.