

Милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың һәйкәлен реставрациялау өсөн компания һайланды. Һәйкәлебеҙҙе ҡазандар йүнәтәсәк. Ҡазандан «ТСНРУ» акционер ойошмаһы, тип күрһәтелгән дәүләт сауҙаһы һатып алыуҙары сайтында. Аукцион еңеүсеһе эштәрҙе 14 943 455,70 һумға башҡарырға ризалашҡан.
Еңеүсегә шундай бурыстар ҡуйыла: объекттың элекке үлсәмдәрен, үҙенсәлектәрен һаҡларға, төҙөкләндерергә, тирә-яғын йәшелләндерергә, ҡар һәм ямғыр һыуҙарын ситкә ағыҙыу системаһын яҡшыртырға.
Һәйкәлде йүнәтеү мәсьәләһе 2019 йылда күтәрелгәйне. Реставрация эштәре яҡын көндәрҙә башланасаҡ һәм 2024 йылға тиклем тамамланыр тип көтөлә.