

«Ныҡлы ғаилә – ил терәге!» тип исемләнгән сара республика музей акцияһы буйынса үткәрелә. Был көндө ғаиләләр өсөн музейға инеү бушлай.
Байрам иртәнге сәғәт 11-ҙә ғаилә һабантуйы менән асыла. Музей ихатаһында төрлө уйындар, ярыштар ойоштороласаҡ.
«Бал ҡорто ғаиләһе», «Өләсәйҙең һандығы» саралары, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары биҙәүестәрен, ҡағыҙҙан аҡ сәскә, үләндән башҡорт милли музыкаль ҡоралы – ҡурайҙы эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үтәсәк.
Шулай уҡ 8 июль ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Ғайса улы Гәрәевҡа арналған «Муса Гәрәев – яугир һәм гражданин» тип исемләнгән күргәҙмә асыласаҡ, һәм музей ҡунаҡтарға Геройҙың ғаиләһе тураһында экскурсия тәҡдим итәсәк.
Бынан тыш «Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының этнографияһы» залында «Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының ғаилә традициялары» тип аталған экскурсия тыңларға мөмкин буласаҡ.
Балалар өсөн Әмир Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһы фондынын йәнһүрәттәр һәм нәфис фильмдар күрһәтеләсәк.
Башҡортостан Республикаһының Милли музейында 8 июль «Ныҡлы ғаилә – ил терәге!» Республика музей акцияһында көтөп ҡалабыҙ. Байрам саралары сәғәт 16.00 тиклем дауам итәсәк.