Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Июля 2022, 14:27

Екатеринбург халҡын ҡурайға ғашиҡ иткәндәр

Билдәле музыкант Роберт Юлдашев «Ҡурайсы» төркөмө менән халыҡ-ара фестивалдә ҡатнашты.

Екатеринбург халҡын ҡурайға ғашиҡ иткәндәрЕкатеринбург халҡын ҡурайға ғашиҡ иткәндәр
Екатеринбург халҡын ҡурайға ғашиҡ иткәндәр

Екатеринбургта 2, 3 июлдә үткән «La Folle Journee» халыҡ-ара фестиваленә билеттар бер нисә көн алда һатып бөтөлә. Һөҙөмтәлә ойоштороусылар көҙгә тағы бер тамаша ойошторорға ҡарар ҡыла.

Был күләмле сарала Роберт Юлдашев һәм «Ҡурайсы» төркөмө йыл да ҡатнаша. 

Фестивалдең тәүге көнөндә ҡурайсылар менән БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары, шашка буйынса донъя чемпионы Тамара Танһыҡужина таныштырҙы.

«Роберт Юлдашев — беҙҙең өсөн ҙур йондоҙ. Беҙҙең виртуоз ҡурайсыбыҙ. Башҡорт мәҙәниәтен танытҡаны өсөн уны бик хөрмәт итәбеҙ, яратабыҙ. Ул донъя майҙансыҡтарында сығыш яһаны, бөгөн һеҙ ҙә был талант менән яҡындан танышасаҡһығыҙ», — тине Тамара Михайловна.

«La Folle Journee» фестивале быға тиклем Португалияла һәм Испанияла уҙған, һуңыраҡ даими рәүештә Францияла, Японияла, Польшала үткәрелгән. 2015 йылдан Екатеринбургта ла  ойошторола башлай. 

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас