

Был хәл транспорт компанияһында водитель булып эшләгән яҡташыбыҙ Рим Ғүмәров менән булған.
«Калуга өлкәһенән Иркутск ҡалаһына юлға сыҡтым — бер яҡҡа 5600 саҡрым. Һәйбәт барып еттем, йөктө бушатып, яңы заказды – йөк тейәгесте тейәп алдым да ҡайтыр юлға, Мәскәүгә ҡуҙғалдым. Омск ҡалаһына етергә 42 саҡрым ҡалғас, артҡы күсәр боҙолдо. Әле яңы таң атып килә, эргә-тирәлә бер ауыл юҡ, трасса һәм икһеҙ-сикһеҙ баҫыу», — тип хәтерләй Рим ағай.
Юл ситенә баҫтым да һәр үткән машинаға ҡул күтәрәм. Бер кем туҡтамай — бөтәһе лә эшкә ашыға. Дүрт сәғәт тирәһе торҙом. Запас частар түгел, инструменттар ҙа юҡ. Ни эшләргә? Етәкселәргә шылтыратып әйттем дә йоҡларға яттым.
«Төштән һуң кабинаға берәү туҡылдата. Омскиҙан Иван Родионов тип таныштырҙы үҙен. Иртәнсәк эшкә китеп барғанда мине күргән. Ҡайтып килгәндә туҡтарға булған», — ти Рим ағай.
Иван йөк машинаһын кафе янына йә берәй туҡталҡаға күсереп ултыртырға тәҡдим итә. Һөҙөмтәлә үҙенең автоһы саҡ ватылмай. 8 тонна йөк тейәлгән боҙоҡ «ГАЗель»де буксирға алыу тәүҙән үк килеп сыҡмай. Шулай ҙа Иван йөк машинаһын ҡуҙғата һәм юлдан ситкәрәк, хәүефһеҙерәк урынға ҡуйып, үҙенең телефон номерын ҡалдырып китә.
Иртәнсәк Рим ағай йәнә тәҙрә туҡылдатҡанға уяна. Был юлы Иван йылы аш, һыу һәм башҡа кәрәк-яраҡтар алып килгән. Бәләгә тарыған кешегә ярҙам итеү өсөн 42 саҡрым үтә ул.
Тамаҡ ялғағас, Иван Рим ағайҙы Омскиға алып китә. Көнө буйы артҡы күсәргә запчасть эҙләйҙәр. Тик бер ни ҙә табылмай. Күсәрҙең Канадала эшләнеүе, был яҡта ундай деталдәрҙең килеп етмәүе бәкәлгә һуға.
Кискә Рим ағай үҙенең машинаһына әйләнеп ҡайта. Был юлы «ҡунаҡ»тарҙы көтмәй ҙә. Көтмәгәндә «Дастер» килеп туҡтай һәм унан бер уҙаман төшә. Баҡһаң, ул урындағы колхоз агрономы булып сыға.
«Ни булды? Һин бында оҙаҡҡамы?» – тип һорай.
«Биш-алты көн булырмын ул», – ти Рим ағай.
«Аңлашылды», — ти ҙә таныш булмаған ир ҡуҙғалып китә.
Иртәгәһенә Рим ағайҙың «ГАЗеле» янына тағы бер автомобиль туҡтай.
«Һин Римме? Боҙолдоңмо? Колхоз иҫәбенә һине ашау менән тәьмин итергә ҡуштылар, көн һайын паек алып килербеҙ», – ти килеп туҡтаған ир.
Рим ағайҙы көн һайын бушлай ашаталар.
«Башҡа кешеләр ҙә туҡтай ине, кемдер аҙыҡ, кемдер һыу ҡалдырып китә. Дпс-никтар көн һайын килеп ҡарап китә ине. Әгәр берәй нимә кәрәк булһа, беҙгә әйтерһең, һин беҙҙең яуаплылыҡ зонаһында, тинеләр», — тип хәтерләй Рим ағай.
Бер нисә көн үткәс, Иван эвакуатор килтерә һәм йөк машинаһын Омскиҙа үҙе тапҡан оҫталарға алып барырға ярҙам итә. Унда Рим ағайға ял итеп, йыуынып сығыу өсөн бүлмә лә бирәләр.
Кәрәкле запас частар булмаһа ла, оҫталар боҙоҡ артҡы күсәрҙе хәленән килгәнсә йүнәтеп ҡуя. Барыһы ла Рим ағайға хәйерле юл теләп оҙатып ҡала. Бәхеткә күрә, ул өйөнә имен-һау әйләнеп ҡайта.
«Егеттәр минән аҡса ла һораманы, «сәйлек» кенә алдылар. Мин ундағы халыҡтың ярҙамсыл, кешеләргә ҡарата битараф булмауына һоҡландым. Улар 11 көн буйы мине бала тәрбиәләгән кеүек ҡаранылар. Мин үҙемде бәләгә тарыған кеүек тә тойманым. Береһе лә ваҡытын да, аҡсаһын да йәлләмәне. Оҙатҡанда үҙҙәре, әгәр беҙҙекеләр Башҡортостанда шундай хәлгә ҡалһа, уларға ярҙам итерһегеҙ тип ышанабыҙ, тинеләр. Хәҙер инде аңланым. Юлда боҙолған машиналарҙы бер ваҡытта ла урап үтмәйәсәкмен», — ти Рим ағай.
«Башинформ» мәғлүмәттәре файҙаланылды.