Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Июль 2022, 08:59

Сочи - Өфө самолеты ике тапҡыр һауаға күтәрелә алмаған...

Самолеттың төҙөк булмауы асыҡлана.

Сочи - Өфө самолеты ике тапҡыр һауаға күтәрелә алмаған...Сочи - Өфө самолеты ике тапҡыр һауаға күтәрелә алмаған...
Сочи - Өфө самолеты ике тапҡыр һауаға күтәрелә алмаған...

Бөгөн Сочиҙа Өфөгә осорға тейешле бер самолет күңелһеҙ хәлдә ҡала. Ҡуҙғалыр алдынан борт капитаны яғыулыҡ автоматикаһының эшлектән сығыуын асыҡлай. Самолетты туҡталҡаға бороп ултырталар.

Сәғәт ярым ваҡыт үткәс, самолет осорға әҙер була. Тик ул бер аҙ тиҙлек йыйып өлгөрмәй, йәнә туҡтаталар. Был юлы тиҙлек күрһәткестәре яңылыша. Осош «Северный ветер» авиакомпанияһы тарафынан ойошторолоуы мәғлүм.

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас