Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Июля 2022, 08:40

Башҡортостан алдынғылыҡты бирмәй!

Републикабыҙ икенсе йыл рәттән сәнәғәт сәйәсәтен тормошҡа ашырыу һөҙөмтәлелеге буйынса рейтингта беренсе урын яуланы!

Башҡортостан алдынғылыҡты бирмәй!Башҡортостан алдынғылыҡты бирмәй!
Башҡортостан алдынғылыҡты бирмәй!

Бөгөн Екатеринбургта «Иннопром» халыҡ-ара сәнәғәт күргәҙмәһендә ил төбәктәрендә сәнәғәт сәйәсәтен тормошҡа ашырыу һөҙөмтәлелеге буйынса рейтинг еңеүселәре иғлан ителде. 

Башҡортостан 2021 йыл һөҙөмтәләре буйынса йәнә бер кемгә лә алдынғылыҡты бирмәне. Республикабыҙ 93,6 балл йыйып, Мәскәү һәм Мәскәү өлкәһен уҙып китте. 

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, был рейтинг 2021 йылдан алып РФ Сәнәғәт министрлығы тарафынан төҙөлә. Былтыр 2020 йыл һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостан беренсе урын яулағайны.

Быйыл рейтингҡа 14 яңы күрһәткес өҫтәлгән. Башҡортостан иһә автомобиль бензины, кальцийлы һәм аш содаһы, табаҡ быяла, автомобиль тағылмалары һәм башҡа продукция төрҙәрен етештереү буйынса лидер.

Былтыр Башҡортостандың сәнәғәт етештереүе индексы 107,5 процент, быйыл ғинуар - май айҙарында 106,2 процент тәшкил иткән. Ил буйынса уртаса күрһәткес иһә 3,4 процентҡа кәмерәк.

Республикабыҙҙың барлыҡ сәнәғәт тармаҡтарында ла ыңғай һөҙөмтәләр күҙәтелә: файҙалы ҡаҙылмалар сығарыу – 119,3%, эшкәртеү производствоһы – 105,0%, энергетика – 101,1%, һыу менән тәьмин итеү һәм һыу бүлеү, ҡалдыҡтар йыйыу һәм эшкәртеү – 102,7%.

 

Башҡортостан алдынғылыҡты бирмәй!
Башҡортостан алдынғылыҡты бирмәй!
Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас