Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Июль 2022, 13:03

Баш ауыртыуҙан тиҙ ярҙам

Ваҡыты-ваҡыты менән баш ауыртып ыҙалайым.  Ауыртыу иртәнсәк айырыуса көслө була, көндөҙ үҙгәрә, хатта әүҙемлегемде лә юғалтмайым кеүек.  Ҡайһы бер осраҡта баш менән бергә елкә, яурындар,  баш тиреһе ауыртҡан һымаҡ булып китә.  Ғәҙәттә,  аҡыл көсөргәнешенән, кире эмоциаларҙан, көйәләнгәндән һуң шулай башым ауырта.  Мин был ауыртыуы тын алыу күнегкмәләре менән баҫырға өйрәнеп алдым.

Баш ауыртыуҙан тиҙ ярҙамБаш ауыртыуҙан тиҙ ярҙам
Баш ауыртыуҙан тиҙ ярҙам

 

 Башым ауырта башлау менән  иҙәнгә бәләкәй келәм түшәп, арҡама ятам, баш аҫтына  бәләкәй генә мендәр һалам.  Ҡулдарҙы ике яҡҡа йәйәеп, уйым менән ял итергә тырышам.  Шунан яйлап ҡына танау менән тын ала башлайым.  Һауа тәүҙә эскә үтеп инә, шунан күкрәк сителегенә, аҙаҡ инде тамаҡҡа тип күҙ алдына килтерергә тырышырға кәрәк.  Тынды сығарғанда  һауа менән бергә “насар энергия” ла организмдан сыға, тип күҙ алдына килтереп, яйлап ҡына  сығарырға.

Тын алыуға ғына иғтибарығыҙҙы йүнәлтегеҙ, шул уҡ ваҡытта артыҡ дөрөҫ итеп тын алырға ла тырышмағыҙ.  Тын алыу  әкрен һәм тәбиғи булырға тейеш.  Бер аҙҙан  мускулдар бушап, ауыртыу кәмер, башығыҙ,  күҙҙәрегеҙ асылып киткәндәй тойолор.

Һөҙөмтәне нығытыу өсөн был күнегеүҙе бер нисә тапҡыр ҡабатлағыҙ.  Ул ҡан баҫымы бер күтәрлеп, бер төшөп торғанда, йөрәк тибеше йышыйғанда, йоҡоһоҙлоҡ йонсотҡанда һәм артыҡ ҡуҙғыусанлыҡтан да ярҙам итә.

Нәзирә.

Фото:Т.Аманов.

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас