Яңылыҡтар таҫмаһы
29 Июнь 2022, 11:40

Инвалид-балаларҙы мәктәптә бушлай ашатасаҡтар

Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаттары инвалид-балаларҙы мәктәптәрҙә  бушлай  ике тапҡыр ашатыу тураһында  закон ҡабул итте. 

Инвалид-балаларҙы мәктәптә бушлай ашатасаҡтарИнвалид-балаларҙы мәктәптә бушлай ашатасаҡтар
Инвалид-балаларҙы мәктәптә бушлай ашатасаҡтар

 

   Хәҙер мәктәптә һәм урта профессиональ белем биреү учреждениеларында  белем алыусы мөмкинлектәре сикләнгән балаларға ике тапҡыр бушлай ашау хоҡуғы бирелә. 

Закон сәләмәтлектәре сикләнгән уҡыусыларҙың ниндәй формала уҡыуына ҡарамаҫтан, бөтә ил буйынса льготаның  бер төрлө тәртибен  урынлаштыра.   

Ул 2022 йылдың 1 сентябренән үҙ көсөнә инә, тип күҙаллана.

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас