Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Июнь 2022, 04:34

Ебәк күбәләге йәнә һөжүм итә

Ямғырлы йылда ла был ҡоротҡостар күпләп үрсей икән.

Ебәк күбәләге йәнә һөжүм итәЕбәк күбәләге йәнә һөжүм итә
Ебәк күбәләге йәнә һөжүм итә

Ошо көндәрҙә ике районда ебәк күбәләге тарала башлауы хаҡында билдәле булды. Был юлы йөнтәҫ ҡарышлауыҡтарҙы тәүләп Күмертауҙа күргәндәр. Пушкин урамында, әйтерһең, көҙ еткән. Миләш ағастарының бер генә имен япрағы ҡалмаған. 

Кисә шулай уҡ социаль селтәрҙә Мәләүез районы биләмәһендә ебәк күбәләге таралыуы хаҡында яҙғандар. 

Ебәк күбәләгенең ҡарышлауығы – хәүефле ҡоротҡос. Былтыр һәм элекке йылда Урал аръяғы райондары был ҡарышлауыҡтарҙан күп зыян күрҙе. Хатта бер нисә районда ғәҙәттән тыш хәл режимы иғлан ителде. Быйыл да шулай булып ҡуймаһын. 

Ебәк күбәләге йәнә һөжүм итә
Ебәк күбәләге йәнә һөжүм итә
Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас