Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Июня 2022, 18:06

Беҙҙең паралимпиясыларға уңыштар!

Улар октябрҙә Сочиға ҙур ярышҡа юлланасаҡ.

Добавить в предпочтительные источники Google
Беҙҙең паралимпиясыларға уңыштар!Беҙҙең паралимпиясыларға уңыштар!
Беҙҙең паралимпиясыларға уңыштар!

Башҡортостандан 44 спортсы октябрҙә Сочиҙа үтәсәк «Беҙ бергә. Спорт» паралимпиясыларҙың йәйге уйындарында республика данын яҡлаясаҡ.

Беҙҙекеләрҙән уйындарға терәк-хәрәкәт аппараты зарарланған, һуҡырҙар, интеллектуаль тайпылыштары булған спортсылар барасаҡ. Улар 9 спорт төрө - еңел атлетика, йөҙөү, өҫтәл теннисы, коляскаларҙа фехтование, велосипед спорты буйынса ярышасаҡ. 

«Беҙҙең командала һәр спортсы еңеүгә ынтыла һәм пьедесталдың юғары баҫҡысына күтәрелеүгә лайыҡ. Ә октябрҙә, һәр ваҡыттағыса, иң көслөләр генә еңәсәк. Физик яҡтан ғына түгел, рухи яҡтан да», - ти 13 тапҡыр паралимпия уйындары чемпионы, депутат Рима Баталова.

Әлеге ваҡытта Башҡортостан спортсыларҙы уйынға әүҙем әҙерләнә. Уларға уңыштар юлдаш булһын!

 

Автор:Инсаф Хужабирганов