Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Июнь 2022, 10:53

Юлда йөрөгәндәрҙең хәүефһеҙлеген ҡайғыртып

Хөкүмәттә «Транспорт сәғәте» үтте. 

Юлда йөрөгәндәрҙең хәүефһеҙлеген ҡайғыртыпЮлда йөрөгәндәрҙең хәүефһеҙлеген ҡайғыртып
Юлда йөрөгәндәрҙең хәүефһеҙлеген ҡайғыртып

Ултырышта Өфөләге эре инфраструктура проекттары тураһында фекер алыштырлар. Баш ҡала хакимиәтенең юлдар төҙөлөшө һәм яһалма ҡоролмалар төҙөлөшө һәм төҙөкләндереү идараһы етәксеһе Константин Паппе әйтеүенсә, 1 сентябргә тиклем Зәки Вәлиди урамы һәм Салауат Юлаев проспекты киҫелешендәге биләмәләрҙе йәшелләндереү тамамланасаҡ. Декоратив ағастарһы һәм ҡыуаҡтарҙы улар юл хәрәкәттенә ҡамасауламаҫлыҡ итеп ултыртыла.

Баш ҡаланың Пугачев урамын реконструкциялау башланды, уны ремонт эштәре барған өлөшөн ваҡытлыса ябасаҡтар. Эштәр «Көньяҡ ҡапҡалар» күләмле проектына ярашлы башҡарыла һәм инфраструктура облигациялары механизмын ҡулланып тормошҡа ашырыла.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ил Хөкүмәте Өфө һәм Нефтекама ҡалаларының инфраструктура объекттарын, шул иҫәптән «Көньяҡ ҡапҡалар» проектын өҫтәмә финанслауға аҡса йүнәлтте.

Радий Хәбиров яңы юлдарҙы ваҡытында файҙаланыуға тапшырыу өсөн барлыҡ эштәрҙе лә план буйынса башҡарырға ҡушты.

«Транспорт сәғәте»ндә шулай уҡ республика биләмәһендә юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙы теркәү комплекстары эше тураһында һөйләштеләр. Башҡортостан Башлығы, яңы системаларҙың төп бурысы - юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү, тип белдерҙе.

- Мин бер нисә тапҡыр әйттем инде, беҙ штрафтар йыйыуға түгел, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә йүнәлтелгән эш алып барабыҙ. Был саралар - республика халҡының именлегенең нигеҙе, - тине Радий Хәбиров.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас