Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Июнь 2022, 10:19

Ҡырау төшөүе көтөлә

Көн торошона бәйле күңелһеҙ хәбәр. 

Ҡырау төшөүе көтөләҠырау төшөүе көтөлә
Ҡырау төшөүе көтөлә

Синоптиктар фаразлауынса, республика биләмәһенә арктик һауа массаһы яҡынлаша.

26 июндән 27 июнгә ҡараған төндә һауа температураһы +5 градусҡа тиклем түбәнәйәсәк, көндөҙ +21 градусҡа тиклем йылы була. Төндә таулы райондарҙа урыны менән ҡырау төшөүе ихтимал. Йәнә лә урыны менән ямғырҙар көтөлә. Шулай уҡ уртаса тәүлек һауа температураһы норманан 2-4 градусҡа түбән булыры фаразлана. 

Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты республика халҡын иҫкәртә: ҡырауҙар ауыл хужалығы үҫемлектәре өсөн хәүеф тыуҙыра. Тәбиғәттә ял итергә теләүселәргә лә һауа шарттарын иҫәпкә алырға кәрәк. Кейем-һалым көн торошона тура килергә тейеш.

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас