

Уларҙың 36-һы (3 сабый) һәләк булған, 105 кеше зыян күргән.
«Әгәр статистиканы ҡараһаҡ, тәҙрәнән йығылып төшөү осраҡтары күбеһенсә эре ҡалаларҙа - Өфөлә, Стәрлетамаҡта һәм Нефтекамала теркәлә. Бәхетһеҙ осраҡтарҙы булдырмаҫ өсөн тәҙрә янына ултырғыстар, дивандар, өҫтәлдәр ҡуйырға ярамай, улар ярҙамында бала тәҙрә төбөнә менергә мөмкин. Балаларға тәҙрә төбөндә уйнарға, яңғыҙына балконға сығырға рөхсәт итмәгеҙ», - тип кәңәш итә комитеттың матбуғат секретаре Елена Зиннәтуллина.
Билдәле психолог Алиса Курамшина фажиғәләрҙе балаларҙың танып-белеү процестарына, тирә-яҡ донъяны өйрәнеүенә бәйләй.
«Баланың төп эшмәкәрлеге - танып белеү. Әгәр өлкәндәр донъяны бик әүҙем өйрәнһә, беребеҙ ҙә диванда ятмаҫ йә сериалдар ҡарамаҫ ине. Шуға күрә ата-әсәләрҙең бурысы - сабыйға донъяны танып-белергә өйрәтеү. Ҡайһы берҙә баланы тыйырға кәрәк. Мәҫәлән, ҡайнар әйберҙе тотмаҫҡа, тәҙрә төбөндә уйнамаҫҡа! Тәҙрә төбөндә иғтибарҙы йәлеп итерлек әйбер ятырға тейеш түгел. Сабыйҙы бер секундҡа яңғыҙын ҡалдырыу фажиғә менән бөтөргә мөмкин. Уларға бейеклектең ҡурҡыныслығы хаҡында теүәл аңлатығыҙ», - ти ул.
ЦУР БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты менән берлектә халыҡ өсөн тәҡдимдәр әҙерләне, уларҙың үтәлеше балаларҙы һаҡларға ярҙам итәсәк: беренсенән, балаларҙы яңғыҙ ҡалдырмағыҙ; тәҙрә төптәренән йыһаздарҙы, уйынсаҡтырҙы алығыҙ; пластик тәҙрәләрҙе «ҡолатып» асығыҙ; елләтеү өсөн форточкаларҙы ҡулланығыҙ; баланы балконға сығармағыҙ; москит селтәренә ышанмағыҙ, ул баланың ауырлығын күтәрә алмаясаҡ. Ғәҙәттән тыш хәл теркәлгән осраҡта «112» номерына шылтыратығыҙ.
«Баланы күҙҙән яҙлыҡтырмағыҙ, әгәр асыҡ тәҙрәгә менеп баҫһа, кинәт кенә янына бармағыҙ. Тыныс ҡына төшөргә кәрәклеген аңлатығыҙ. Әгәр бала ҡолап төшһә, «Ашығыс ярҙам» килгәнсе уға тейергә ярамай: һеҙ уның ҡайһы имгәнеүен белмәйһегеҙ, киреһенсә, хәлен насарайтыуығыҙ ихтимал», - тип кәңәш иттеләр Өфөнөң граждарҙы яҡлау идаралығы хеҙмәткәрҙәре.