

«Медицина һөнәре һәр заманда ла иң изге һөнәрҙәрҙең береһе булды. Унда һөнәри оҫталыҡ менән юғары яуаплылыҡ, уяулылыҡ менән кешелеклек ярыша», — тине Радий Хәбиров Өфөнөң «Ватан» паркында Медицина хеҙмәткәрҙәре көнөнә айҡанлы үткән тантаналы сарала.
— Беҙҙең ғалим-табиптарҙың ҡаҙаныштары киң билдәле. Мәҫәлән, беҙҙең күҙ табиптары булдырған «Аллоплант» пластик материалы — нанотитан нигеҙендә һөйәк пластикаһы өсөн инновацион материал. Ошо көндәрҙә республикабыҙҙа тәүге тапҡыр БДМУ ректоры Валентин Павлов «Рәсәй Фәндәр академияһы академигы» исеменә лайыҡ булды. Ул медицина фәненә тос өлөш индергән, был юғары исемгә лайыҡлы, тип иҫәпләйем, — тине республика етәксеһе.
Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, коронавирусҡа ҡаршы көрәштең тәүге көндәренән беҙҙең табиптарыбыҙ һынатманы. 25 меңдән ашыу медицина хеҙмәткәре ковид-госпиталдәрҙә һәм беренсел звенола эшләне. Республика Башлығы уларға ысын күңелдән рәхмәтен белдерҙе, үҙ һаулыҡтарын ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, бөгөнгө көндә иң ҡурҡыныс участкаларҙа эшләүҙәрен билдәләне.
Сарала ҡатнашыусылар мәкерле ғүмерен өҙгән 52 медицина хеҙмәткәрен бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды. Пандемия осоронда йәмғеһе 20 мең аҡ халатлы ковид менән ауырыған. Бынан тыш, бөгөн беҙҙең табиптар Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларында кеше ғүмерҙәре өсөн көрәшә.
— Бында беҙҙең менән — Донбасстан ҡайтҡан табиптар. Әйҙәгеҙ, уларға алҡышлайыҡ! Батырлыҡ һәм юғары һөнәри оҫталыҡ өсөн рәхмәт белдерәбеҙ! Ҡәҙерле дуҫтар, бөгөн барығыҙҙы ла ғүмерегеҙҙең һәр көнө бәхет-шатлыҡҡа сорналыуын, күңелле ваҡиғалар күберәк булыуын теләйем. Һәр көнөгөҙ кешеләрҙең рәхмәте, туғандарҙың һәм яҡындарығыҙҙың һеҙҙе аңлауы менән йәмләнһен. Сәләмәт булығыҙ һәм үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ, — тине Радий Фәрит улы.
Республика Башлығы медиктарға Лука Крымский миҙалын, Рәсәй Президенты Рәхмәттәрен һәм дәүләт наградаларын тапшырҙы.