

Кисә «Халыҡ-ара кооперация һәм эскпорт» милли проекты буйынса эшләгән «Ашығыс экспорт ярҙамы» Октябрьский ҡалаһы предприятиеларына килде.
Унда тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева, Экспортты яҡлау үҙәге директоры урынбаҫары Николай Бабкин һәм Рәсәй экспорт үҙәге вәкилдәре ҡатнашты.
- Башҡортостан компанияларын экспортҡа сығарырға ярҙам иткән «Ашығыс экспорт ярҙамы» проектын дауам итәбеҙ. Ул һәр ваҡыт үҙенең һөҙөмтәле булыуын раҫлай. Миҫал итеп, эшҡыуар Екатерина Латипова былтыр проектҡа ҡушылғандан һуң, августта үҙ продукцияһын һата башланы, Etsy.com халыҡ-ара майҙансығында яҡтыртыу ҡорамалдарын һата. «Ашығыс экспорт ярҙамы» яңы сит ил баҙарына сығыр теләгәндәргә генә түгел, тәжрибәле компанияларға ла ҡыҙыҡлы, - тип белдерҙе Маргарита Болычева.
«Ашығыс ярҙам экспорты» бригадаһы «Пакер» компанияһында булды. Предприятие пакер-якорь йыһаздарын һәм скважина проектлау, етештереү һәм сервис хеҙмәте күрһәтеү өлкәһендә эшләй. Компания продукцияһы нефть скважиналарын эксплауатациялау, үҙләштереү һәм ремонтлау өсөн ҡулланыда. Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығы вәкилдәре «Пакер» йәмғиәте етәкселегенә Рәсәй экспорт үҙәгенең ярҙам саралары хаҡында һөйләне.