Бөтә яңылыҡтар

Юрий Шатуновтың Иҫәнғол мәктәбендә уҡыуын белә инегеҙме?

Популяр йырсының тәүге уҡытыусыһы һәм класташтары үҙҙәренең хәтирәләре менән уртаҡлашты.

Юрий Шатуновтың Иҫәнғол мәктәбендә уҡыуын белә инегеҙме?
Юрий Шатуновтың Иҫәнғол мәктәбендә уҡыуын белә инегеҙме?

Был ҡайғылы хәбәр хаҡында яҙғайныҡ: бөгөн Мәскәүҙә 48 йәшендә билдәле йырсы Юрий Шатунов вафат булды. Йырсы 1973 йылда Күмертау ҡалаһында донъяға килә. Ул саҡта әсәһе Вераға 18 йәш кенә була. Аҙаҡ Юра ғүмер буйы әсәһенең фамилияһын йөрөтә.

Буласаҡ йырсы беренсе класҡа 1980 йылда Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылы мәктәбенә бара. Шатуновтың тәүге уҡытыусыһы Валентина Ильюхина һәм һабаҡташтары «Башинформ» агентлығына хәтирәләре менән уртаҡлашҡан.

«1-се һәм 2-се синыфты Юра беҙҙең Иҫәнғол мәктәбендә уҡыны. Ул беренсе рәттә, икенсе партала ултырҙы. «Дүрт»кә һәм «биш»кә генә уҡыны. Хәтере бик яҡшы булды, шиғырҙы йәһәт кенә ятлай торғайны. Йырларға яратты, смотрҙарҙа ҡатнашты, йыр башлаусы булды. «Мы красные кавалеристы» тип йырлайбыҙ, Ыҡ буйына походҡа йөрөйбөҙ, — тип хәтирәләре менән уртаҡлашҡан Валентина Ильинична. — Юра ҡыҫҡа буйлы, мыҡты кәүҙәле, асыҡ йөҙлө булды, ғаиләһендә хәлдәр ауыр булыуға ҡарамаҫтан, бер ваҡытта ла йөҙөнән йылмайыу китмәй торғайны…»

Класташтары һөйләүенсә, буласаҡ йырсы бик насар шарттарҙа тәбриәләнә, әсәһе менән үгәй атаһы «йәшел йылан» менән дуҫ була. Уҡытыусыһы йыш ҡына Юраны үҙ йортона алып ҡайтыуын хәтерләй. Һуңыраҡ, буласаҡ артист 4-се класта уҡығанда, әсәһе мәрхүм була. Ул Көйөргәҙе районының Савельевка ауылында ерләнгән.

«Ҡайһы ваҡытта Юра беҙҙә йәшәп ала торғайны. Минең өлкән улымдың да исеме Юра. Уҡыусымды үҙем менән алып ҡайтһам, ирем: «Юрок номер два килгән», – ти торғайны. Бергәләп дәрес әҙерләйбеҙ, ашайбыҙ, мунсаға йөрөйбөҙ. Ҡайһы саҡта өләсәһе килеп ала торғайны. Әммә ул ғәрип олатаһын ҡарай ине, шуға ейәнен тәрбиәгә ала алмағандыр. Юраның әсәһе үлгәс, апаһы үҙенең ғаиләһенә алды. Әммә уның да өс балаһы бар ине. Бер аҙҙан Юраны Күмертауҙағы мәктәп-интернатҡа урынлаштырҙылар, ә һуңынан Ырымбур өлкәһенә алып киттеләр», – ти Валентина Ильинична.

Ул саҡта Юраның тәүге уҡытыусыһына 24 йәш кенә була. Бөгөн ул Ырымбур өлкәһенең Төлгән ауылында йәшәй. 45 йыл мәктәптә уҡытып, хаҡлы ялға сыҡҡан, өс бала тәрбиәләп үҫтергән. Үкенескә күрә, һуңынан педагогҡа үҙенең уҡыусыһы менән бер тапҡыр ҙа күрешергә насип булмай. Мәғариф ветераны ошо көнгәсә киң билдәлелек яулаған уҡыусыһының ижадын күҙәтеп бара.

«Иҫәнғолдағы тормошо уның күңелендә ауыр хәтирәләр ҡалдырған, күрәһең. Ул бер тапҡыр ҙа интервью биргәндә был турала һөйләмәне. Мин һәр ваҡыт уның ижадын, эштәрен күҙәтеп барҙым. Яңыраҡ йырҙарына авторлыҡ хоҡуғын тергеҙеүҙәрен белә инем», — ти Валентина Ильинична.

Юра класташтарының хәтерендә шаян, моңланыусан бала булып ҡалған.

 «Беҙ беренсе кластан Юра менән уҡыныҡ. Шаян, илгәҙәк бала ине. Һәйбәт уҡыны, әммә һәр ваҡыт беренсе дәрескә һуңлай торғайны. «О, Шатун килгән», – тип шаярта ине уҡытыусыбыҙ. Беренселә уҡығанда Юра беҙҙең кластың матурҡайы Ирина Соколовскаяға ғашиҡ булды. Хатта уның өсөн бер малай менән һуғышҡанын да хәтерләйем. Ул саҡта ғаиләһе насар йәшәүен аңламай инек. Дәрестән ҡайтҡас, ниңәлер өй телефоны аша беҙгә шылтырата торғайны. Өйөндә ҡалыуы ауыр булған, күрһәң...» – тип уртаҡлашты класташы Эльза Даминева.

«Беҙ күрше генә йәшәнек, көн һайын дәрестән бергә ҡайта инек. Мәктәптә йырлай торғайны, шаян малай булды. Мин уның йортонда булдым, бәләкәй генә өйҙә бик ярлы йәшәйҙәр ине. Мәктәптән һуң йыш ҡына беҙгә килә ине, бергә уйнап үҫтек», – тип хәтерләй класташын Ғәзиз Хөсәйенов.

Әйткәндәй, Күмертауҙа Юрий Шатунов иҫтәлегенә һәйкәл ҡуйыласаҡ. Быны ҡала мэры Олег Фролов тәҡдим иткән.

«Башинформ» материалдары файҙаланылды.

 

Юрий Шатуновтың Иҫәнғол мәктәбендә уҡыуын белә инегеҙме?
Юрий Шатуновтың Иҫәнғол мәктәбендә уҡыуын белә инегеҙме?
Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас в