Бөтә яңылыҡтар

 Йорт йондоҙҡайы, йорт үләне (мокрица)

Йәшәртә, ҡанды, хәтерҙе, күреү һәләтен яҡшырта, ғөмүмән, тотош организмға ыңғай тәьҫир итә.

Йорт йондоҙҡайы, йорт үләне (мокрица)
 Йорт йондоҙҡайы, йорт үләне (мокрица)

  Йорт үләне – ысын мәғәнәһендә файҙалы матдәләр сығанағы.  Унда С һәм Е витамины күп,  үҫемлектәрҙә бик һирәк осрай торған К витамины бар.  Тимер, магний, баҡыр, кобальт кеүек минералдарға фитонцидтарға бай. Был ябай ғына үҫемлек бик шифалы үҙенсәлектәргә эйә. Ялҡынһыныуға, микробтарға, бактерияларға ҡаршы көскә, үт һәм бәүел ҡыуыу үҙенсәлегенә  эйә, ҡан баҫымын төшөрә.  Йөрәк ишемияһын, вегетатив ҡан тамырҙарын дауалауға булышлыҡ итә. Күреү һәләтен яҡшыртыу буйынса ла ҡара көртмәлегә ҡарағанда  күпкә һөҙөмтәлерәк. Борон-борондан халыҡ табиптары  йорт үләненең яңы һығылған һутын  бауыр һәм бөйөр  ауырыуҙарын, ҡалҡан биҙен, геморройҙы  дауалауҙа ҡулланғандар.  Был һутты даими ҡулланғанда  баш ауыртыуын бөтөрә, хәтерҙе яҡшырта, арығанлыҡтан,  юҡ-барға ҡыҙып барыусанлыҡтан  арындыра. Яңы һығылған үлән һутындағы Е витамины ҡартайыу процесын тотҡарлай, ҡан тамырҙарын таҙарта, ҡан составын яҡшырта, организмдан зыянлы матдәләрҙе сығарырға булышлыҡ итә. Әлбиттә, бының өсөн уны бер тапҡыр ғына эсеү етмәй. Өс ай дауамында көнөнә өс тапҡыр ашарҙан алда яртышар стакан эсергә кәрәк.

Уны биткә һөртөргә лә мөмкин. Айырыуса һытҡынан файҙаһы тейә.

Иртә яҙҙа уны кесерткән менән бергә төрлө ашҡа тәмләткес итеп ҡулланырға була.

Уны сәскә атҡан ваҡытта йыйырға һәм күләгәлә киптерергә.  Туҡыманан тегелгән моҡсайҙа йә булмаһа быяла  һәм ағас һауытта һаҡларға.

Фото:Т.Аманов.

 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас в