

Быйылғы көслө елдә грушабыҙҙың бер ботағы яртылаш һынды. Бысып ташларғамы икән?
В. Нәғимов.
Иглин районы.
Ҡар баҫымы аҫтында, уңышын күтәрә алмай йәки ел-дауылда емеш ағасы ботаҡтарының айырылыуы йыш осрай.
Әгәр уны ваҡытында, кисекмәҫтән үҙ урынына тартып бәйләһәң, ағас олонона йәбешеп үҫеп китәләр һәм емеш биреүен дауам итәләр. Ботаҡ айырылғандан һуң оҙаҡ ваҡыт үтһә, йәрәхәтләнгән урындағы күҙәнәктәр ҡорой башлаһа, айырылған ботаҡ ағас олонона йәбешмәй. Бындай осраҡта ботаҡтағы һәм олондағы йәрәхәтте бысаҡ менән яҡшылап таҙартырға кәрәк, унан үҙ урынына тартып бәйләргә мөмкин (әгәр оҙаҡ ваҡыт үтмәһә).
Тартып бәйләүҙең төрлө ысулы бар. Иң ябайы шунан ғибәрәт: тарттырғанда шпагат ағас ҡайырын ҡырҡып зарарламаһын өсөн айырылған ағас ботағына һәм олонона сепрәк урала, шунан ныҡ итеп тартып бәйләнә.