Пандемия башланғандан алып дөйөм ҡорбандар һаны 5 733 кешегә еткән.
БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, һуңғы тәүлектә 52 кешенәң яңы коронавирус инфекцияһы менән зарарланыуы асыҡланған. Ауырыусыларҙың дөйөм иҫәбе иһә 290 061 кешегә етте.
Әлеге ваҡытта 98 пациент дауаханала ковидтан дауалана. Шуларҙың 9-ы – ауыр хәлдә. 307 кеше амбулатор рәүештә сиргә ҡаршы көрәшә. Тәүлек эсендә биш кеше һауығып, өйҙәренә ҡайтарылған. Бөтәһе 283909 кеше был ҡурҡыныс ауырыуҙы еңгән.
Дауахананан тыш пневмония менән 11 кешенең ауырыуы асыҡланған, 20 кеше һауыҡҡан.
Пандемия башланғандан алып республикаға ковидҡа ҡаршы 2 484 667 доза вакцина алынған. Тәүге компонентын 2 872 707 кеше эшләткән, 2 669 447 кеше тулыһынса вакциналанған.
Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.