Бөтә яңылыҡтар

Баймаҡ районында «Весна» алтын сығарыу компанияһы тикшерелә

Ул законһыҙ рәүештә алтын сығарыу менән шөғөлләнгән.

Баймаҡ районында «Весна» алтын сығарыу компанияһы тикшерелә
Баймаҡ районында «Весна» алтын сығарыу компанияһы тикшерелә

Бөгөн Хөкүмәттә ер аҫтын файҙаланыусылар эшмәкәрлеге һәм хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү мәсьәләләре буйынса ведомство-ара комиссия ултырышы үтте.

Ултырышта «Росприроднадзор»ҙың Көньяҡ Урал төбәк-ара идаралығы Башҡортостан буйынса ер аҫты ҡаҙылма байлыҡтары идаралығының, БР Тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министрлығының эшенә, ҡаҙылма байлыҡтары менән файҙаланыуға хоҡуҡ биреүгә бәйле мәсьәләләр ҡаралды.

 – Файҙалы ҡаҙылмалар сығарыуға бюджет һалымының артыуы көтөлә. Әлеге ваҡытта ул 200 миллион һум тирәһе, әммә потенциалы 1 миллиард һумға баһалана. Комиссияға балыҡ үрсетеү өсөн ҡаҙылған ерҙәр буйынса ялыуҙар килә. Ысынында улар балыҡ үрсетеү өсөн түгел, ҡом-ҡырсынташ сығарыу маҡсатында файҙаланыла. БР Тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министрлығына һәм ауыл хужалығы министрлығына башҡа ведомстволар менән берлектә был мәсьәлә өҫтөндә ныҡлы эшләргә кәрәк, – тип белдерҙе БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов.

Шулай уҡ ултырышта ҡайһы бер ойошмаларҙың төҙөлөш эштәре барышында файҙалы ҡаҙылмалар сығарыуы асыҡланды.

– Мәҫәлән, Өфөлә бер төҙөлөш ойошмаһы ишеү каналы төҙөйөм тип, ҡом-ҡырсынташ сығарыу менән шөғөлләнгән. Шул уҡ ваҡытта лицензияһы юҡ. Әлеге ваҡытта уны хоҡуҡ һаҡсылары тикшерә.

Әйткәндәй, быйыл ведомство-ара комиссия Өфө янында эшләгән ер аҫтын файҙаланыусыларҙы тикшерәсәк. Был сараның ыңғай ыҡтары бар. Мәҫәлән, Өфө районында ойошмалар документтарын тәртипкә килтергән. Әле улар тәртип боҙоуҙарһыҙ эшләй.

Ултырышта Баймаҡ районының Күсей ауылы биләмәһендәге мәсьәләләр ҙә ҡаралды. Сығыш яһаусылар әйтеүенсә, 21 июнгә ҡараған төндә Оло Басай ауылы янында «Весна» алтын сығарыу компанияһының ерҙе ҡаҙып, предприятие биләмәһенә тупраҡ ташыуы асыҡланған. Ойошманың хоҡуҡ билдәләү документтары булмай сыҡҡан. Әлеге ваҡытта мәғлүмәт РФ Эске эштәр министрлығының Баймаҡ районы буйынса бүлексәһенә ебәрелгән.

– Халыҡҡа уңышлы һәм законға ярашлы эшләгән ойошмалар, тәжрибәләр хаҡында һөйләү мөһим. Ә законға ярашлы эшләмәгәндәре менән көрәшергә кәрәк. БР Тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министрлығына райондарҙан мәғлүмәт туплауҙа йөкмәтәм.

Артабан «Росприроднадзор»ҙың Көньяҡ Урал төбәк-ара идаралығы Башҡортостан буйынса ер аҫты ҡаҙылма байлыҡтары идаралығы етәксеһе Роман Болотов, БР тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов доклад менән сығыш яһаны.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас в