

Элгәре көн Иванов өлкәһенең Шуй районында ҡот осҡос авария теркәлә. «Hyundai Creta» машинаһына идара иткән 60 йәшлек ҡатын төп юлдан килгән йөк машинаһын үткәрмәй. Һөҙөмтәлә фура еңел автоны бәрҙереп, трасса ситенә алып барып ауҙара. Ә үҙе юлдан төшөп китә...
Фажиғәлә машина водителе һәләк була. Ә артҡы креслола ултырған 37 йәшлек ҡатынды һәм уның 7 йәшлек ҡыҙын тиҙ арала дауаханаға оҙаталар. Улар Стәрлетамаҡтыҡы булып сыға.
Яҡташтарыбыҙға имен-һау әйләнеп ҡайтырға яҙһын... Мәрхүмәнең туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.