Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Июнь 2022, 02:00

Эшкәртелгән ҡоро орлоҡ буламы?

Орлоҡ пакеттарында "Сәсеү алдынан эшкәртеү талап ителмәй" тип яҙылған һәм С5, F2, N һымаҡ символдар баҫылған.  Барлыҡ хәреф һәм һан айырым-айырым нимәне аңлата икән? Н. ВӘЛИЕВА.

– Ошондай яҙыуҙарға осраһағыҙ, аптырамағыҙ. "Сәсеү алдынан эшкәртеү талап ителмәй" тигән һүҙҙәр орлоҡтоң һаҡлағыс препараттар менән эшкәртел­гәнен аңлата. Уларҙың үҫентеләре лә ҡоротҡос бөжәктәргә бирешмәй. Быларҙан тыш, ГОСТ-ҡа ярашлы, ундай орлоҡ махсус технологиялы һеркә менән дә эшкәртелә. 
С5, F2, N символдарына килгәндә иһә, улар томат орлоғо пакеттарында ғына була. Мәҫәлән, С5 – кладиоскороза, F2 – фитофтороз ысығына, N нематома ауырыуҙарына ҡаршы тороуҙы аңлата.

Автор:AdminQ Admin
Читайте нас