Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Июня 2022, 16:50

Айыу балаһы матур ҙа ул...

Октябрьский ҡалаһында бер ир айыу балаһы менән урамға сыҡҡан. 

Айыу балаһы матур ҙа ул...Айыу балаһы матур ҙа ул...
Айыу балаһы матур ҙа ул...

Бөгөн Октябрьскийҙа бер ирҙең айыу балаһы менән урам буйлап йөрөүен төшөрөп алғандар. Видеояҙма йәһәт кенә интернетҡа таралды.

Тайыштабан һикерә-һикерә ирҙең артынан саба, үләндә уйнай. Ир айыу балаһын ҡайҙан табып алғандыр, билдәһеҙ. Әммә видеояҙмала хайуанҡайҙың иргә күптән эйәләшкән булыуы күренә. Йәнлек иркәләнә, ирҙең аяғына һырпалана, унан ситкә китмәй.

Октябрьскийҙа урман хужаһы менән бер ҡыйыҡ аҫтында йәшәгән кешеләр бармы икән ни? Айыу балаһы матур ҙа ул... Әммә йыртҡыс йыртҡыс булып ҡала.

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас