Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Июнь 2022, 12:46

Билан килә беҙгә, Билан!

Билан килә беҙгә, Билан!
Билан килә беҙгә, Билан!

24 июндә Өфөлә күптәр көткән йыр-моң байрамы – «Евразия йөрәге» халыҡ-ара сәнғәт фестивале башлана.

24 июндә фестиваль «Башҡортостанда тыуғандар» программаһы менән асыла. Унда төрлө миҙгелдәрҙә «Голос» шоуында ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙ сығыш яһай. Шулай уҡ Башҡорт дәүләт филармонияһының Башҡортостандың халыҡ артисы Олег Касимов етәкселегендәге Эстрада-джаз оркестрын тыңларға мөмкин. Беренсе көндөң төп ҡунаҡтары —  «ТенорА XXI века» арт-проекты һәм «Пицца» төркөмө.

Форумдың икенсе көнөндә, 25 июндә, «Симфоник төн» Башҡортостан Республикаһы Милли симфоник оркестры башҡарыуында донъя классикаһы шедеврҙарын тәҡдим итә. Дирижер — Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Дмитрий Крюков.

«Евразия йөрәге-2022» халыҡ-ара сәнғәт фестиваленең гала-концерты 26 июндә була һәм Йәштәр көнөнә арнала. Был көндө республикабыҙҙың йәш артистары сәхнәгә сыға. Улар араһында бөтә Рәсәй конкурстары лауреаты Гөлнара Байғужина, Эдуард Хөснөтдинов, Nail Bashstyle һәм башҡалар бар. Тамашасылар алдында шулай уҡ «Бишбармаҡ» һәм «Дәрүишхан» төркөмдәре сығыш яһай. Бынан тыш, Бүрәт Республикаһының «Намгар», этно-төркөмө, Ҡаҙағстандың «HasSak» этно-фольк төркөмө сағыу номерҙар менән ҡыуандырмаҡсы.

«Евразия йөрәге» халыҡ-ара сәнғәт фестивале гала-концертында тамашасыларҙы шулай уҡ Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Сергей Трофимов (Трофим) һәм Дима Билан ҡыуандырасаҡ. Фестиваль байрам фейерверкы менән тамамлана.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: