Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Июнь 2022, 04:50

Абдулла олатай бер быуатлыҡ юбилейын билдәләне!

Сикһеҙ рәхмәтлебеҙ һеҙгә, хөрмәтле ветеран!

Абдулла олатай бер быуатлыҡ юбилейын билдәләне!Абдулла олатай бер быуатлыҡ юбилейын билдәләне!
Абдулла олатай бер быуатлыҡ юбилейын билдәләне!

Кисә Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Дим районының почетлы гражданы Абдулла Мансур улы Хәмзин бер быуатлыҡ юбилейын билдәләне. Ветеранды ҡала Советы рәйесе Марат Вәсимов һәм район хакимиәте башлығы Айҙар Бәҙғетдинов ҡотланы. Улар Абдулла Мансур улына Рәсәй Президенты Владимир Путиндың һәм Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡотлау хаттарын, бүләктәрен тапшырҙы. 

Абдулла Мансур улы 1922 йылдың 20 июнендә легендар комдив Шайморатов генералдың тыуған ауылы Ҡырмыҫҡалы районының Биштәкә ауылында донъяға килгән. 1943 йылдың октябрендә фронтҡа алына һәм ике ай минометсы курстарында уҡый. Һуғышҡа Великие Луки ҡалаһы янында 65-се миномёт полкы менән инә. Бәһлеүән һалдатҡа 100 килограмлыҡ миналарҙы елкәһендә ташырға тура килә. Мәскәү өсөн барған ҡаты бәрелештәрҙә Абдулла Хәмзин яралана, һул яҡ аяғының бармаҡтарын өшөтә. Әммә был уға Берлинғаса барып етергә ҡамасау булмай. Ҡаһарман ветеран илебеҙгә Еңеү килтереп, тыуған яғына күкрәге тулы орден-миҙалдар менән ҡайтып төшә.  

Ветеран дәһшәтле һуғыш осорон әле лә хәтерләй, яуҙаштары, уларҙың батырлыҡтары тураһында сәғәттәр буйы кинәнеп һөйләргә мөмкин. 

«Һуғышта иң ҡурҡынысы — яуҙаштарыңды юғалтыу. Һәр береһен ҡәҙерләп иҫкә алам. Мин мөғжизә менән иҫән ҡалдым һәм һәр көн һайын яҙмышыма рәхмәт уҡыйым», — ти Абдулла Мансур улы.

Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, ветеран быйыл Мәскәүгә барып, илебеҙҙең иң төп сараһы — Еңеү парадының хөрмәтле ҡунағы булып ҡайта.

Ветеранға ныҡлы һаулыҡ, бәхетле ҡартлыҡ көндәренең яҡындары һәм туғандары хәстәрендә кисереүен, ауырыу-һыҙлау ҡаҡшатмауын теләйбеҙ! Сикһеҙ рәхмәтлебеҙ һеҙгә, хөрмәтле ветеран!

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас