Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Июнь 2022, 07:40

Вакцинаны ҡабаттан яһатыу буйынса алдынғы райондар билдәле булды

БР Хакимиәтенең аҙна башындағы оперативкаһында төбәктең һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин тахзәхмәткә ҡаршы ревакцинация яһатыусы иң әүҙем муниципалитеттарҙы атап үтте. Был эште Балаҡатай, Бишбүләк, Краснокама, райондарында яҡшы башҡаралар.

Вакцинаны ҡабаттан яһатыу буйынса алдынғы райондар билдәле булдыВакцинаны ҡабаттан яһатыу буйынса алдынғы райондар билдәле булды
Вакцинаны ҡабаттан яһатыу буйынса алдынғы райондар билдәле булды

Министр әйтеүенсә, дөйөм алғанда республикала вакциналанырға тейешле халыҡтың 115 проценты дарыуҙың беренсе компонентын һалдырған, процедураны тулыһынса 106 проценты эшләткән. 609 178 кеше ҡабаттан вакцина һалдырған.

РФ хөкүмәтенең координация үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, һуңғы 30 көн эсендә 33 процентҡа, һуңғы аҙнала - 27 процентҡа кәмегән.

Пандемия башынан Башҡортостанда 289 910 кеше ауырыған (һуңғы тәүлектә генә - 51). Стационарҙарҙа 117 кеше тотола (шул иҫәптән 60+ — 79 кеше). 364 пацинет амбулатор дауалана (өлкәндәрҙән — 127 кеше). 283 706 кеше һауыҡҡан (һуңғы тәүлектә - 53).

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас