

Йәштәр премияһына ғилми хеҙмәткәрҙәр, вуз уҡытыусылары, аспиранттар, докторанттар, шулай уҡ халыҡ хужалығы белгестәре шәхсән дә, авторҙар коллективы составында ла дәғүә итә ала. Конкурста ҡатнашыусыларҙың йәше 35-тән артмаҫҡа тейеш. Премияның күләме 150 мең һум. Документтар исемлеге һәм уларҙы әҙерләү тәртибе менән БР Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты сайтында https://molodez.bashkortostan.ru/activity/28018 танышырға мөмкин. Документтар 1 июлгә тиклем Өфө ҡалаһы, Пушкин урамы, 95 адресы буйынса ҡабул ителә.