Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Июнь 2022, 04:14

Эх, Дим буйҡайҙары...

Лариса АБДУЛЛИНАДИМ ЙЫЛҒАҺЫ ҺҮҘЕКүҙен асҡан мәленән үк нурлы,Яҡты ниәтле ул Дим һыуы...   #Йәшлек #ЮлайКәримовфотоһы.

Эх, Дим буйҡайҙары...Эх, Дим буйҡайҙары...
Эх, Дим буйҡайҙары...

Лариса АБДУЛЛИНА
ДИМ ЙЫЛҒАҺЫ ҺҮҘЕ
Күҙен асҡан мәленән үк нурлы,
Яҡты ниәтле ул Дим һыуы.
Юҡҡа түгел унда йөҙгәндәрҙең
Баҫылыуы янып-ярһыуы.

Сылтыр моңо менән имле ағым
Илем яландарын һуғара.
Маҡсатына өлгәшергә теләп,
Баш ҡалала атын туғара.

Бөгөлдәре менән Дим йылғаһы
"Аллаһ" һүҙен яҙған был ергә:
Борондан уҡ иң бөйөк Моң беҙгә
Үҙәндәре аша әйтелгән.

Нарыҫтауға менеп баҫайыммы
Ҡоштар бейеклеген тоторға?
Тәсбих әйткән мәлдәренең ҡотон
Йөрәгемә һалып оторға.

Ҡоштар тубы серен сисеп осто:
Имләп аға Димем ил-йортон.
Йылғаларың зекер әйткән саҡта
Саждә ҡылдыңмы һуң, башҡортом!?.
2014

 

Юлай Кәримов фотоһы.

Автор:Юлай Кәримов
Читайте нас