

Бөгөн Петербург халыҡ-ара иҡтисад форумында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Ҡаҙағстан Президенты Ҡасим Йомарт-Тоҡаев менән осрашты. Яҡтар иҡтисад-сауҙа, сәнәғәт, инвестиция һәм мәҙәни-гуманитар өлкәләрҙә хеҙмәттәшлекте үҫтереү юлдарын барланы. Ҡасим Йомарт-Тоҡаев Ҡаҙағстандың стратегик партнерҙары иҫәбендә Башҡортостандың айырым урын алып тороуын билдәләне.
– Күптән түгел Ҡаҙағстанда һәйбәт осрашыу үткәйне. Хеҙмәттәшлек итеүгә өҫтәмә импульс булды. Әлбиттә, беҙ уртаҡ проекттар булдырыу һәм үҫтереү мөмкинлектәре менән ҡыҙыҡһынабыҙ. Дәүләт компанияларын үҙебеҙгә саҡырам, улар өсөн бөтә шарттар булдырасаҡбыҙ. Әлеге ваҡытта тышҡы иҡтисади эшмәкәрлекте яҡшыртабыҙ. Әгәр ҡыҙыҡлы проекттар тәҡдим итһәгеҙ, беҙ бергәләп тормошҡа уңышлы ашырырбыҙ, тип уйлайым, – тине Ҡаҙағстан Президенты.
Радий Хәбиров ил етәкселегенә былтырғы эш сәфәре барышында йылы ҡабул итеүҙәре өсөн рәхмәтен белдерҙе.
– Башҡортостан Ҡаҙағстан бизнесы менән артабан хеҙмәттәшлек итәсәк. Беҙҙең өсөн был мөһим. Беҙ ошо көнгә тиклем ҡул ҡаушырып ултырманыҡ. Эш сәфәре барышында төҙөлгән проекттар уңышлы тормошҡа ашырыла. Ғинуар айында эшсе төркөм булдырҙыҡ һәм уның ултырышында хеҙмәттәшлекте үҫтереү мәсьәләләрен ҡараныҡ. Тауар әйләнеше йылдан-йыл арта. Бөгөн 43 миллион долларҙы тәшкил итә. Минеңсә, артабан һәйбәт мөмкинлектәр бар, уларҙы ҡулдан ысҡындырмаҫҡа тейешбеҙ.