РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Учалы районы буйынса идаралығынан хәбәр итәләр был хаҡта. Учалыла 29 йәшлек егет үҙенең һөйгән ҡыҙына көнләшеп, уның 33 йәшлек һөйәрен туҡмаған.
Был хәл видеокүҙәтеү ҡорамалына эләккән. Видеояҙмала ҡыҙҙың үҙенең эшләгән урынынан, кибеттән сығыуы күренә. Ҡыҙ сыҡҡас, һөйгәненә түгел, ә икенсе егеттең машинаһына йүнәлә. 29 йәшлек егеткә, йәғни һылыуҡайҙың элекке егетенә, был оҡшап етмәй, ул һөйгәне менән мөнәсәбәттәрҙе асыҡларға тотона. Ошо ваҡытта уларҙың араһына ҡыҙҙың яңы танышы ҡушыла. 29 йәшлек егет иһә машинаһынан ағас суҡмар алып, араға инеүсене туҡмарға тотона.
Был ваҡытта ҡыҙ юлдан уҙған машиналарҙы туҡтатып, ашығыс ярҙам машинаһын саҡырта. Әлеге ваҡытта һөжүм итеүсе 29 йәшлек егет ҡулға алынған. «Яуыз ниәт менән һаулыҡҡа ауыр зыян килтереү» статьяһы буйынса енәйәт эше асылған.
Социаль селтәрҙә видеояҙмаға ҡарата фекер белдереүселәр бихисап. Күптәр 29 йәшлек егетте яҡлай, йәнәһе, ниндәйҙер бер "ялбырбаш" өсөн бындай аҙымға бармаҫҡа ине. Донъяла ҡыҙҙар бөткәнме?