Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Июнь 2022, 09:48

Бер эшһеҙгә ике вакансия тура килә

Һайлап йөрөп эшкә урынлашырға мөмкин.

Бер эшһеҙгә ике вакансия тура киләБер эшһеҙгә ике вакансия тура килә
Бер эшһеҙгә ике вакансия тура килә

Был хаҡта Республикаға идара итеү үҙәгендә ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Юрий Мельников һөйләне.

«Республикала хеҙмәт баҙарында вакансиялар һаны арта. Әгәр 2022 йыл башында кәмеһә, яңыраҡ эш биреүселәрҙең тәҡдиме 50 меңдән ашып китте. Шул уҡ ваҡытта эшһеҙҙәр һаны — 21,5 мең. Йәғни һәр эш эҙләүсегә икешәр вакансия килеп сыға. Һайлап йөрөп эшкә урынлашырға мөмкин», — тине ул.

Бынан тыш, әгәр кеше һөнәре буйынса вакансияға тап килмәй икән, ул «Демография» милли проекты буйынса булдырылған бушлай өс айлыҡ курс үтергә мөмкин. Бының өсөн йәшәгән урының буйынса мәшғүллек үҙәгенә мөрәжәғәт итергә йә «Работа в России» порталында теркәлергә кәрәк

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы яңы һөнәргә уҡыу буйынса квотаны 3 меңдән 5,5 меңгә тиклем арттырҙы. Статистика ярашлы, ҡайтанан әҙерлек үтеүселәрҙең 75 проценты эшкә урынлаша.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас