

Премия кешеләргә ярҙам итеүгә һәм тормош сифатын яҡшыртыуға йүнәлтелгән ижтимағи яҡтан әһәмиәтле проекттарға булышлыҡ итеү өсөн тапшырыла. Премияның грант фонды 90 миллион һум тәшкил итә. Бер ҡатнашыусынан килгән заявкалар һаны сикләнмәй.
«14-17 йәшлек» ирекмәндәр өсөн гранттар: 1-се урынға - 1 000 000 һумға тиклем; 2-се урынға - 800 000 һумға тиклем; 3-сө урынға - 600 000 һумға тиклем.
«18 йәштән өлкән» ирекмәндәр һәм коммерцияға ҡарамаған ойошмалар өсөн гранттар: 1-се урынға - 3 500 000 һумға тиклем; 2-се урынға - 2 500 000 һумға тиклем; 3-сө урынға - 1 300 000 һумға тиклем.
Социаль эшҡыуарҙар өсөн гранттар: 1-се урынға - 3 500 000 һумға тиклем; 2-се урынға - 2 500 000 һумға тиклем; 3-сө урынға - 1 300 000 һумға тиклем.
Премияға ғаризаны 12 июнгә тиклем ошо һылтанма буйынса https://clck.ru/pAAyn бирергә мөмкин:
1. Ирекмән, коммерцияға ҡарамаған ойошма йәки Бизнес категорияһын һайлағыҙ
2. Үҙегеҙгә ярашлы номинацияны һайлағыҙ
3. «Ғариза бирергә» төймәһенә баҫығыҙ һәм ДОБРО.РФ платформаһында үҙегеҙҙең профилегеҙгә инегеҙ. Платформала профилегеҙ булмаһа, почта йәки социаль селтәрҙәр ярҙамында теркәлегеҙ
4. Мотлаҡ тултырылырға тейешле мәғлүмәтте индерегеҙ һәм «Ғариза биреү» төймәһенә баҫығыҙ. Почтағыҙға ғариза номеры һәм уның Премияға ебәрелеүен раҫлаған электрон хат киләсәк.
5. Ғариза тапшырылғанға тиклем ҡаралама ДОБРО.РФ платформаһындағы эш өҫтәлендә һаҡлана.
Премияла кемдәр ҡатнаша ала? Унда кешеләргә ярҙам итеүгә һәм тормош сифатын яҡшыртыуға йүнәлтелгән социаль проект авторҙары ҡатнашырға мөмкин. Улар - 14 йәштән өлкән граждандар, ойошмалар һәм учреждениелар, шул иҫәптән, ирекмәндәр, коммерцияға ҡарамаған ойошмалар, хәйриә фондтары, белем биреү, мәҙәни-ял учреждениелары, шәхси эшҡыуарҙар, урта һәм эре эшҡыуарлыҡ, киң мәғлүмәт саралары, блогерҙар.
Ҡалған мәғлүмәт ошонда: https://премия.мывместе.рф/
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан