

Ҡырмыҫҡалы районында Өфө – Инйәр – Белорет юлы ремонтлана. Йүнәтеләсәк юл участкаһы оҙонлоғо 4,5 саҡрым. Ремонтҡа «Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары» милли проекты буйынса 66 миллион һум аҡса бүленгән.
– Юл-транспорт селтәренең торошо халыҡтың именлегенә, райондарҙың социаль-иҡтисади үҫешенә туранан-тура йоғонто яһай. Милли проект ярҙамында йөҙләгән ауыл юлын йүнәттек, йылдан-йыл уларҙың һаны артасаҡ, – тип белдерҙе транспорт һәм юл хужалығы министры урынбаҫары Виктор Жульков.
Әлеге ваҡытта иҫке юл япмаһы тулыһынса алып ташланған һәм яңы асфальт-бетон ҡатнашмаһы йәйелгән. Яҡын көндәрҙә асфальттың өҫкө ҡатламы һалына башлаясаҡ, юл ситтәренә ҡырсынташ түшәләсәк һәм билдәләр һыҙыласаҡ.
«Башкиравтодор» водителдәрҙе тиҙлек тәрбитен үтәргә саҡыра һәм юлдағы сикләүҙәрҙе аңлап ҡабул итеүҙе һорай.